Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 11:46

Радий Хәбиров үҙенсәлекле предприятие тураһында һөйләне

Ул бик әһәмиәтле буласаҡ. “Рәхмәт санкцияларға – импортты алмаштырыуға эшләйбеҙ”, – тип тә кинәйәләгән Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров үҙенсәлекле предприятие тураһында һөйләне
Радий Хәбиров үҙенсәлекле предприятие тураһында һөйләне

«Алга» айырым иҡтисад зонаһында буласаҡ «М Синтез» заводы тураһында һүҙ. Төҙөлөш былтыр башланған, әле биналар ҡалҡып килә. Эштәр тулыһынса 2024 йылдың декабренә тамамланасаҡ.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙә былай тип яҙған:

“Бында («М Синтез»да) дизель яғыулығы өсөн ЦПП (цетаноповышающая присадка) етештерәсәк. Ул яғыулыҡты экономиялауға, зарарлы матдәләрҙе кәметеүгә булышлыҡ итә, двигатель эшен дә һөҙөмтәлерәк итә. Предприятиеның ҡеүәте – йылына 30 мең тонна буласаҡ. Сеймал – үҙебеҙҙән. Төп килтереүсеһе – «Газпром нефтехим Салауат».

Башҡортостан илдә үҙенең нефть һәм нефтехимия үҙәге булыуын иҫбатлай Рәхмәт санкцияларға – импортты алмаштырыуға эшләйбеҙ”.

Фото: vk.com (Радий Хабиров).

Радий Хәбиров үҙенсәлекле предприятие тураһында һөйләне
Радий Хәбиров үҙенсәлекле предприятие тураһында һөйләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: