

Владимир Путин РУДН студенты Дарья Семенованың тәҡдимен хупланы. Тик бөгөнгө шарттарҙа фестивалде уҙғарыу еңелдән булмаясаҡ.
– Идея үҙе дөрөҫ, беҙ уға булышлыҡ итербеҙ, - тине Путин. - Әммә күп нәмә властарҙың теләгәненә түгел, ә ҡатнашыусыларға, халыҡ-ара ойошмаларға ла бәйле.
Президент белдереүенсә, ундай саралар кешеләрҙе берләштерә һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлана.
- Иң тәүҙә тәғәйен халыҡ-ара структуралар менән бәйләнеште көйләргә, федераль үҙәк мөмкинлектәрен мобилизацияларға кәрәк, шулай уҡ төбәк властарының хуплауы ла мөһим, - тине ил башлығы.
Владимир Путин Рәсәйҙең халыҡ-ара сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороуын да билдәләне.