Бөтә донъяға билдәле күренекле рус яҙыусыһы Максим Горькийҙың "Һуңғылар" ("Последние") пьесаһы 1907-1908 йылдарҙа яҙылған. Автор уны тәүҙә "Атай" ("Отец") тип атаған, ләкин әҫәр өҫтөндә эшләгән ваҡытта ул исем "Һуңғылар" булып үҙгәртелгән. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры уны тәүге исеме менән сәхнәгә сығарҙы. Әҫәрҙең төп темаһы бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған – атайҙар һәм балалар мөнәсәбәте. Санкт-Петербургтан килеп эшләгән ҡуйыусы төркөм, атап әйткәндә, режиссер – Денис Хөснийәров; ҡуйыусы рәссам – Александр Мохов; костюмдар буйынса рәссам – Мария Лукка; яҡтыртыу буйынса рәссам – Игорь Фомин бик классик әҫәр өҫтөндә бик ентекле итеп эшләүҙәре күҙгә ташлана. Актерҙар ҙа, үҙ сиратында, ролдәрен бик яратып сығарғандары күренә. Улар һәр ҡайһыһы ролдәре менән йәшәй, тип әйтһәң дә артыҡ булмаҫ.
Ғәҙәттә, классик әҫәрҙәр ҡарарға тамашасы ул тиклем атлығып бармай. Ә был юлы театрҙың ҙур сәхнәһе шығырым тулы булды. Әллә ҡасанғы яҙылған әҫәрҙең бөгөнгө көндә лә үҙ көсөн юғалтмай, шулай сәхнәләрҙә һаман ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яулауы оло алҡыштарға лайыҡ. Спектакль оҙон ғүмерле булһын!
(Фото театр сайтынан алынды)