Бөгөн, 26 ғинуарҙа, Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -11,-16, аяҙытҡанда -21 градусҡа тиклем. Көндөҙ термометр бағанаһы -4,-9 градус күрһәтәсәк.
Йома, 27 ғинуарҙа, республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, бер аҙ йылыраҡ буласаҡ: -8,-13, аяҙытҡанда -18 градусҡа тиклем, көндөҙ -3,-8 градус.
Фото: Т. Аманов