Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 13:47

Донорҙарға йыллыҡ түләү булдырыла

Бөгөнгө ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары донорҙарға бәйле законға үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

Донорҙарға йыллыҡ түләү булдырыла
Донорҙарға йыллыҡ түләү булдырыла

«Башҡортостан Республикаһында ҡан донорлығы һәм уның компоненттары тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү донорҙарға социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Уға ярашлы, 100 тапҡырҙан да ашыу үҙ ҡанын бушлай тапшырған кешегә 5000 һумлыҡ йыллыҡ түләү индерелә. Федераль ярҙам саралары ла бар, шул уҡ ваҡытта төбәктәр ҙә үҙ өҫтәмәләрен булдыра ала.

Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, беҙҙә ҡан банкын даими тулыландырыусы 160-тан ашыу кеше бар. 

Закон БР Башлығына ҡултамғаға ебәрелгән. 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: