Татарстан парламенты ошо турала закон проектын 2022 йылдың 23 декабрендә ҡабул иткәйне. Унда билдәләнеүенсә, президент атамаһын әлеге етәксенең, йәғни Рөстәм Миңлехановтың мөҙҙәте бөткәнсе (2025 йылғаса) ҡалдырыу күҙалланып, унан һуң һайланған етәксегә Рәйес атамаһы бирелергә тейеш булған.
Әммә был ултырышта күсеш осоро булмаясағы әйтелгән. Тимәк, тиҙҙән Татарстан Республикаһы Рәйесе тип һөйләйәсәкбеҙ.