Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 16:00

6,5 мең кеше эшкә урынлашҡан

2022 йылда Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәттәре иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәре буйынса һәм граждандарҙың төрлө категориялары өсөн 1,7 меңдән ашыу вакансиялар йәрминкәһен ойошторған (шул иҫәптән йәштәр һәм уны тамамлаусылар өсөн - 165, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 140, инвалидтар өсөн - 119, пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандар өсөн – 87).

6,5 мең кеше эшкә урынлашҡан
6,5 мең кеше эшкә урынлашҡан

 Дөйөм алғанда сарала 2080 эш биреүсе ҡатнашҡан. Уларға 30 мең самаһы вакансия тәҡдим ителгән. Сараларға 32 меңдән ашыу эш эҙләүсе кеше һәм эшһеҙ граждан килеп, уларҙың 6,5 меңе эшкә урынлаша алған.

– Башҡортостандың эш биреүселәре вакансиялар йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнаша, – тип билдәләне БР  ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. –Һуңғы 2 йылда мәшғүллек үҙәктәрендә кесаҙна көндәрендә эшкә урынлашыу буйынса саралар үткәреү традицияһы барлыҡҡа килде .Был предприятиеларға ла, шул иҫәптән был көндө ниндәй вакансиялар барлығын ҡарау өсөн яҡындағы теләһә ниндәй мәшғүллек үҙәгенә килергә мөмкин булыуын белгән граждандарға ла бик уңайлы. Бөгөнгө көнгә республиканың вакансиялар банкында 41 меңдән ашыу (41308) вакантлы урын күрһәтелгән. Быйыл беҙ йәрминкәләрҙе яңы форматта - асыҡ кадрҙар һайлап алыу форматында уҙғара башланыҡ. Бындай саралар ваҡытында эш биреүселәр вакантлы урындарға кандидаттар менән туранан-тура аралаша, үҙҙәренең компаниялары менән таныштыра, потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙең тәртибен һәм тере реакцияларын баһалай ала. Эш эҙләүселәрҙең иһә урында хеҙмәт шарттарын тикшереү һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярашлы вакансия табыу мөмкинлеге бар. Унан да бигерәк, һуңғы йылдарҙа бындай сараларҙы республиканың мәшғүллек үҙәктәре ситтән тороп та үткәрә башланы.

Вакансиялар йәрминкәләре үткәреү үҙен аҡлай.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: