Кисә Күмертау авиация етештереү предприятиеһы туҡталҡаһында иҫерек водитель "Фольксваген Поло" машинаһында "Опель Астра", "Хундай Элантра", "Шкода Рапид" һәм "Лада Гранта" автомобилдәрен төкөгән. 48 йәшлек иргә ҡарата административ материалдар төҙөгәндәр.
Бөгөн Өфөлә пассажирҙар транспорты ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария көндөҙгө сәғәт 12-селә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 1-се саҡрымында булған. ВАЗ-2104, "Некст" пассажир автобусы һәм "Кио Рио" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Кио" пассажиры йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, автобус 129к "Боҙ һарайы - Боҙаяҙ" маршруты буйынса хәрәкәт иткән, салонда 18 пассажир булған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.