+21 °С
Болотло
Туҡмас әҙерләү инициативаһын шәхси эшҡыуар Людмила Рыцева тәҡдим иткән. Уны туғандары һәм ауылдаштары ла хуплаған. Улар Людмила Николаевнаның әсәһе Галина Кузнецованың өйөндә йыйылып, 120 йомортҡанан ҡамыр яһап, туҡмас киҫкән.
Эстафетаны Иҫке Ҡорос ҡатындары ла дәррәү ҡабул итеп алған. Уңғандарҙың күңел йылыһы менән әҙерләгән туҡмастары ир-егеттәргә көс бирһен!