Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 14:30

Янғындар...

Уҙған тәүлектә республикала 10 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 8-е шәхси торлаҡ секторында булған.

Янғындар...
Янғындар...

Бөгөн төндә Өфөнөң Калинин урамында (Орджоникидзе районы) ике машина янған. Тәүҙә "ВАЗ-2112" автомобиле янып киткән, бер аҙҙан ут "Ниссан Санни"ға тоҡанған. Утты һүндергәндәр, янғын сәбәбен асыҡлайҙар.

Кушнаренко ауылында, Нуриман районында - йорттар, Белоретта, Федоровкала - мунса түбәләре, Ҡалтасы районында, Учалыла - аласыҡтар, Өфө районында - ангар, Нижегородкала - гараж, автомобиль, Ейәнсура районында һарай янған. Һарай эсенән быҙауҙы сығарып өлгөрмәгәндәр... 

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: