Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 09:34

Яҡташ яугирҙарҙан сәләм!

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин Донбасста булып ҡайтыуы тураһында хәбәр итә. СВО биләмәһендәге ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙамды тапшырғандар.

Яҡташ яугирҙарҙан сәләм!
Яҡташ яугирҙарҙан сәләм!

Марат Исҡужин социаль селтәрҙә яҙыуынса, улар (ярҙам алып барыусы төркөм) ЛНР, ДНР-ҙа, Запорожск, Херсон өлкәләре территорияһына барған, яҡташ яугирҙар менән осрашҡан, уларҙың йәшәү шарттары менән танышҡан һәм, әлбиттә, район халҡы күмәкләп йыйған, шулай уҡ туғандары биреп ебәргән посылкаларҙы тапшырған.

- Күгәрсен районы халҡы һәр ваҡытта ла берҙәм булды. Был юлы ла тупландыҡ, һәр кем ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, - тигән район хакимиәте башлығы.

Әйткәндәй, гуманитар конвой 18 ғинуарҙа Өфөнән, БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкслегендә юлға сыҡҡан. Ылауға бөтә кәрәк-яраҡты алғандар, хатта мунса ла тейәгәндәр.

Марат Исҡужин ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдергән, яҡташ хәрбиҙәрҙән сәләм алып ҡайтҡан.

Ир-егеттәр иҫән-һау булһын, имен-аман әйләнеп ҡайтһын!

Фото: vk.com (Марат Искужин).

Яҡташ яугирҙарҙан сәләм!
Яҡташ яугирҙарҙан сәләм!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: