Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар , 10:59

Стратегиянан – ғәмәлгә: Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү

Былтыр сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 2030 йылға тиклем республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү стратегияһын раҫланы. Планда – яңы энергетик ҡеүәттәр булдырыу, инфраструктураны үҫтереү, туристарҙы йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу. 

Стратегиянан – ғәмәлгә: Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү
Стратегиянан – ғәмәлгә: Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү

Документ баҫылып сыҡҡандан һуң бер нисә ай үтте, ул ыңғай үҙгәрештәргә әйҙәне.

“Башинформ” агентлығы был турала ентеклерәк яҙған.

Стратегия иң беренсе былтырғы “Зауралье” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында презентацияланған. Әйткәндәй, ул Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институтында әҙерләнгән. Стратегия эшләп китһен өсөн абстрак бурыстар түгел, ә иҡтисадтың үҫеш тенденцияларына иғтибар итеп, был төбәктәр халҡы фекерен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Башҡортостандың идара командаһы документ нигеҙенә тап ошо идеяны һалған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика – Урал аръяғының (көньяҡ-көнсығыш райондарҙың) – төп инвесторы: “Ул – беҙҙең мәнфәғәттәрҙә, борсолоуҙарҙа, шатлыҡтарҙа сағыла. Шуға ла стратегияны әҙерләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен, халыҡ теләген күҙ уңында тоттоҡ, барыһы менән дә кәңәшләштек”.

Көньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереүҙең иң перспективалы йүнәлештәре араһында ауыл хужалығы, тау сәнәғәте, ағас эшкәртеү, туризм, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү, халыҡты социаль яҡлау бар.

Ауыл хужалығы, сәнәғәт, туризм тармағында 174,3 млрд һумға 76 яңы проектты ғәмәлгә ашырыу ҡаралған.

Айырыуса инфраструктур һәм энергетик башланғыстарға ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк. Улар – “Сибай – Подольск – Новорудная” тимер юлын, 500 кВ электр подстанцияһын, электртапшырғыстар линияларын төҙөү.

Стратегияны ғәмәлгә ашырыу 2030 йылға аныҡ маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙе – халыҡ һанын, эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыуҙы, ауыл хужалығы продукцияһы һәм файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмен икеләтә арттырыуҙы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы (Урал аръяғын) үҫтереүҙә маҡсатлы программалар һайлау үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән дә инде. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы йылдарҙа бында урта сроклы комплекслы үҫеш программаһы ғәмәлгә ашырылған. Уның йомғаҡтары буйынса, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы тейәп оҙатыу 2,7 тапҡырға, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ике тапҡырға тиерлек, ә төп капиталға инвестициялар күләме 1,9 тапҡырға артты.

Урал аръяғында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ойоштороу бының өсөн импульс булды. Комиссия ҡыҫҡа ваҡытта ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә, шул иҫәптән Урал аръяғында тәртип урынлаштырыу буйынса системалы эш ойошторҙо. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ҡаҙнаһына ер аҫтын файҙаланыусыларҙан керемдәр 91 миллион һумдан ашҡан һәм был сик түгел. 2021 йылда уҡ Башҡортостан Хөкүмәте, республика Башлығының йөкләмәһен тормошҡа ашырып, Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә һаҡлау статусын бирҙе. Шулай итеп, Урал аръяғы тәбиғәтен йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп, ер аҫтын йыртҡыстарса эшкәртеүселәрҙән яҡларға ҡарар ителде.

Урал аръяғының тәбиғи байлыҡтарын һаҡлау – бында туристик-рекреацион тибындағы «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан стратегияның тағы ла бер бурысы. Ул Әбйәлил, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондары биләмәһендә яҡынса 2024 йылда барлыҡҡа килергә тейеш. Заманса етештереү предприятиеһы –  Әбйәлил районында «Цемикс» киптерелгән төҙөлөш ҡатышмалары заводын сафҡа индереү 2021 йылдың сағыу ваҡиғаһы булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы заводтың эшенә старт бирҙе. Дәүләт башлығы яңы предприятие асыуҙы иҡтисади һауыҡтырыуҙың мөһим сигналы тип атаны. Урал аръяғын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк сараларҙы эҙмә-эҙлекле ғәмәлгә ашырыу стратегияны рәсми раҫлағанға тиклем дә туҡталманы, әммә хәҙер анығыраҡ маҡсаттар һәм уларға ирешеү юлдары табылды. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы сараларын тормошҡа ашырыуға 175,7 миллиард һум бүленә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ғәмәлгә ашырыла башланы ла инде.

Мәҫәлән, Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлау башлана. 2025 йылдың беренсе яртыһына ПС – 500 электроподстанцияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

2024 йылға “Экология” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда алты рөхсәтһеҙ сүплекте, шул иҫәптән Баймаҡта һәм Сибайҙа, бөтөрөргә тейештәр.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2019 – 2021 йылдарҙа республикаға йәлеп ителгән инвестициялар күләме 31 процентҡа үҫкән, 2022 йылда ла үҫеш күҙәтелә. Былар төбәктә шарттар булдырыуға бәйле. Республиканың алға барышына булышлыҡ итеүгә көньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү буйынса пландарҙың да йоғонто яһауын атарға мөмкин.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в