Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 15:08

Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә

Республиканың ике шәкәр заводында 2022 йыл уңышын эшкәртеү бара. "Раевсахар" компанияһында һәм Шишмә шәкәр заводында 1 миллион 244 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәртелгән.

Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә
Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә

23 ғинуарға ҡарата күрһәткестәр шундай. Башҡортостанда 188 мең тонна шәкәр етештерелгән. Шуның 94,5 мең тоннаһы - Раевкала, 93,5 мең тоннаһы - Шишмәлә. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 36 процентҡа күберәк.

Әйткәндәй, былтыр шәкәр сөгөлдөрө уңышы 1,3 млн тонна тәшкил иткән.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: