Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 20:40

Рөстәм Шәрипов: "Хеҙмәттәштәрем Ростов өлкәһендә хәйбуллаларҙы барып күрҙе"

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: - Беҙҙең егеттәрҙең сәләмен алғас һәм кәрәкле әйберҙәрҙе алып биреү мөмкинлеге барлығын белгәс, хеҙмәттәштәрем Ростов өлкәһенә юлланды.

Рөстәм Шәрипов: "Хеҙмәттәштәрем Ростов өлкәһендә хәйбуллаларҙы барып күрҙе"
Рөстәм Шәрипов: "Хеҙмәттәштәрем Ростов өлкәһендә хәйбуллаларҙы барып күрҙе"

Ваҡыт яғы самалыраҡ булғас улар юлға еңелсә әҙерләнеп сыҡты. Егеттәр тепловизорҙарға һәм өйҙән килгән күстәнәскә айырыусы ныҡ ҡыуанды. Уларҙың кәйефтәре шәп, барыһына ла сәләм әйтеп ҡалдылар.

Февраль башында оҙатыласаҡ сираттағы гуманитар йөктө яугирҙәребеҙгә нимә кәрәк, шунан сығып әҙерләйәсәкбеҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: