Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 09:12

"Пушкин картаһы" менән - виртуоздар дәресенә

Мәсетле районының Мәҙәниәт һарайында балаларҙы милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәткәндәр.

"Пушкин картаһы" менән - виртуоздар дәресенә
"Пушкин картаһы" менән - виртуоздар дәресенә
«Пушкин картаһы» программаһына ярашлы үткән оҫталыҡ дәрестәрен Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин менән донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәсетле районы уҙаманы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов алып барҙы. Был турала райондан хәбәр иттеләр.
Дәрес бик күңелле һәм файҙалы үтте, ти балалар.
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: