Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 14:00

Мырҙаш ағинәйҙәре хоккей уйнай!

Был хаҡта Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итте.

Мырҙаш ағинәйҙәре хоккей уйнай!
Мырҙаш ағинәйҙәре хоккей уйнай!

«Күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып торған Мырҙаш ауылы ағинәйҙәренең, ҡатын-ҡыҙҙарының тик ултырғанын бер ҙә генә күрмәҫһең. Ҡулдарынан бар эш тә килә. Әле скандинав таяҡтарында дәртле баҫып йөрөһәләр, бөгөн саф һауала хоккей уйнап йөрөйҙәр. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә лә ҙур эштәр башҡара улар. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тип бушҡа ғына әйтмәгән шул халҡыбыҙ! Быны инәйҙәр яҡшы белә», - тиелә яҙмала. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: