Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 19:55

Мәктәп психологы үҫмер ҡыҙҙарға бәйләнгән

Ленинград өлкәһендә педофилияла ғәйепләнгән билдәле психолог һәләк булған. Был хаҡта РЕН-ТВ хәбәр итә.

Мәктәп психологы үҫмер ҡыҙҙарға бәйләнгән
Мәктәп психологы үҫмер ҡыҙҙарға бәйләнгән

Биосенсор психологияһы институтына нигеҙ һалыусы Владимир Тонков 24 ғинуарҙа Мухоловка ауылында үҙен ҡулға алған саҡта вафат булған. Енәйәтсе хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан ҡасырға маташып, йорттоң ҡыйығына менгән һәм дүртенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Һөҙөмтәлә ир кеше үлемесле йәрәхәтләнгән. Тәфтишселәр Тонковтың бәләкәй ҡыҙға порнография күрһәткәнен асыҡлаған. Психологка ҡарата «Енси характерҙағы көс ҡулланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Өйөн тентеү барышында ирҙәрҙең балалар алдында яланғас йөрөгән фотоһүрәттәре табылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: