-6 °С
Болотло
Иглин районынан 62 йәшлек ир бушлай иғландар сайты аша пиломатериалдар һатып алырға булған. "Һатыусы" менән һөйләшкәндә, уныһы тауар өсөн 75 мең һум аҡсаны алдан күсерергә өгөтләп күндергән. Тик аҡса күсеү менән "компания вәкиле" юғалған, телефон трубкаһын алмаған.
Муттар "иртән аҡса - кисен ултырғыс" принцибы буйынса эшләй. Зыян күреүселәр аҡса күсерә лә бит, ләкин "ултырғысты" көтөп ала алмайҙар шул...
Тәүлек эсендә республикала 13 кеше алданған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.