Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 21:00

ИР-ЕГЕТТӘРЕБЕҘГӘ

СВО-ла ҡатнашҡан егеттәргә   Һеҙ бит миңә Башҡортостан кеүек: Шундай ғорур, ғәййәр йөрәкле! Боронғонан һеҙҙә ил тойғоһо, Яҡшылыҡты яҡлау ҡөҙрәте!   Ғәзиз ерем кеүек һәр берегеҙ, Яралғанға ошо тупраҡтан. Илем! тигән ирен еркәйемдең Урал һынлы итеп яратам!   Бер ҡараһам, ошо һыуым кеүек, Йәншишмәле ерҙә тыуғанға. Һәр берегеҙ ватан хисе, рухы Иман икәненә инанған!   Һеҙ тоғролар Урал һүҙенә лә, Һеҙ бит Салауаттың вариҫы! Һәр берегеҙ башҡорт рухын һаҡлай – Ата-бабаларҙың мираҫын!   Халҡым күптән белеп әйткән инде: Яу килгәндә егет һынала. Һеҙҙең менән бергә ил нығына, Һеҙҙең менән илем тын ала.   Ил ҡыҙҙарын ғашиҡ итер егет Ил намыҫын яҡлар иң элек! Ҡаны тамған ергә ырыҫ килә, Яңы һулыш ала тереклек!   Лариса Абдуллина.

ИР-ЕГЕТТӘРЕБЕҘГӘ
ИР-ЕГЕТТӘРЕБЕҘГӘ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: