Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 14:50

Халыҡ ижады һәм фольклор коллективтарына - грант

Рәсәйҙә яңы дәүләт ярҙамы барлыҡҡа килде. Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, халыҡ ижады һәм фольклор коллективтарына грант ярҙамы программаһы буйынса йылына 100 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Халыҡ ижады һәм фольклор коллективтарына - грант
Халыҡ ижады һәм фольклор коллективтарына - грант

Грант алыу мөмкинлеге һөнәри коллективтарға ла, үҙешмәкәрҙәргә лә (вокаль, инструменталь, мультижанр) бирелә. Дәүләт аҡсаһын гастролдәр ойоштороуға, программаны байытыуға, оҫталыҡ дәрестәре йә фольклор экспедициялары ойоштороуға тотонорға мөмкин.

Конкурсты РФ Мәҙәниәт министрлығы үткәрә. Финанслау күләме нисә проекттың еңеүенә бәйле. Күҙалланыуынса, йыл һайын 15 - 25 коллективтың грант алыуы ихтимал.

Эштәр "Мәҙәниәтте үҫтереү" дәүләт программаһы буйынса алып барыла.

Фото: Юлай Кәримов (архив)

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: