Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 17:30

Бына һиңә "хужасыл" ир...

Белорет супермаркетында дүрт мең һумдан ашыуыраҡ торған терминал - телевизор пультына оҡшаған ҡоролма юғала. Был кескәй компьютер ярҙамында һатыусылар тауарҙың штрих-кодын белә ала, келәттә иҫәп-хисап эштәрен башҡара. Ябай кешегә донъя көткәндә уның бер тинлек кәрәге юҡ. Шулай ҙа һис бер кәрәкһеҙ әйбергә лә кемдеңдер күҙе төшкән бит. Бурҙың кемлеген видеокамера яҙмаһынан белгәндәр. 

Бына һиңә "хужасыл" ир...
Бына һиңә "хужасыл" ир...

Билдәле булыуынса, "сканер" тотҡан һатыусы магазинда тауарҙарҙы урынлаштырған. Шунан уны кемдер саҡырған да, һатыусы терминалды туңдырыу камераһы өҫтөнә һалып, биш минутҡа ғына ситкә киткән. Шул мәлдә бер ир "хужаһыҙ ятҡан" терминалды күргән дә инде. Кеше-фәлән юҡмы, тигәндәй, ян-яғына ҡаранғас, ҡапыл уны һәрмәп, йәһәтләп кеҫәһенә тыҡҡан. Кассала һатып алған әйберҙәре өсөн хаҡ түләп, сығып киткән.

Оператив-эҙләү саралары барышында ирҙең шәхесен асыҡлап, уның өйөнә барғандар. 53 йәшлек ир үҙенең ғәйебен таныған. Урлашыуын бер нисек тә аңлата ла алмаған. Кеҫә телефонына, телевизор пультына оҡшаған әйберҙең нимә икәнен белмәһә лә, хужалыҡта кәрәге тейеүе ихтимал, тип алған да ҡуйған. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылған, был ҡылығына суд баһа бирәсәк.

Был ваҡиға хаҡында РФ Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге тәүтикшереүсеһе Гүзәл Мәмлиева хәбәр итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: