Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 09:57

Балаларҙы Көнбайыштың насар идеологияларынан һаҡлау мөһим

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән берлектә «Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән яҡлау тураһында» Федераль закондың 5-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында»ғы закон проекты буйынса эште тамамлаясаҡ.

Балаларҙы Көнбайыштың насар идеологияларынан һаҡлау мөһим
Балаларҙы Көнбайыштың насар идеологияларынан һаҡлау мөһим

– Закон проектында балалар һәм үҫмерҙәр араһында «чайлдфри» идеологияһын таратыуҙы тыйыу тәҡдим ителә, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Был турала парламенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, документ Рәсәйҙең Закондар сығарыусылар Советында, шулай уҡ Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләр буйынса профилле комитетында хуплау тапҡан. Шул уҡ ваҡытта «бала табыуҙан ирекле рәүештә баш тартыу» һәм «балаһыҙлыҡ идеологияһы» төшөнсәләрен аныҡлау мөһим. 

Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, закон проектын Дәүләт Думаһына индергән ваҡыттан тәҡдимдең көнүҙәклеге тағы ла артҡан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: