Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 22:30

Бала ишекте эстән бикләгән

Бөгөн кисен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Нефтекаманан йәш әсә, ике йәшлек балам ишекте эстән бикләп, фатирҙа яңғыҙ ҡалды, тип ғауғалап шылтыратҡан.

Бала ишекте эстән бикләгән
Бала ишекте эстән бикләгән

Ҡотҡарыусылар урынға килгәс, шул асыҡланған: бала өсөн интернеттан һатып алынған бүләкте курьер килтергәс, әсә уны алырға коридорға сыҡҡан. Шул мәлдә ҡыҙыҡайы ишекте эстән бикләй ҙә, үҙе аса алмай.

Ҡотҡарыусылар тәҙрә аша инеп, ишекте асыр алдынан, баланы был турала алдан иҫкәртәләр.

Ваҡиға, шөкөр, имен тамамланған.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Статистика буйынса, бындай саҡырыуҙарҙың 90 проценты эске бик, йоҙаҡтар менән бәйле. Әгәр өйҙә бәләкәй балалар бар икән, бындай ҡоролманы ишектән һүтеп алырға кәңәш итәбеҙ.  

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: