Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2023, 22:00

Бөгөн Владимир Высоцкийҙың тыуған көнө

Уға 85 йәш тулыр ине... Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, "XX быуат кумирҙары" номинацияһында Владимир Высоцкий икенсе урынды алған (беренсе урында — Юрий Гагарин).

Бөгөн Владимир Высоцкийҙың тыуған көнө
Бөгөн Владимир Высоцкийҙың тыуған көнө

Владимир Семёнович Высоцкий (25 ғинуар 1938 йыл—25 июль 1980 йыл) — актёр, шағир, йырҙар яҙыусы һәм башҡарыусы, прозаик. «Место встречи изменить нельзя» телевизион фильмында капитан Глеб Жеглов ролен башҡарғаны өсөн СССР Дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған (1987 йылда — үлгәндән һуң).

1964—1980 йылдарҙа Мәскәүҙә Таганкалағы Драма һәм комедия театрында эшләй. Владимир Высоцкий унда тиҫтәләрсә роль башҡара: («Гамлет» — У. Шекспир), Галилей («Галилей тормошо» — Б. Брехт), Лопахин — («Сейә баҡсаһы» — А. Чехов). Кинематографта иң иҫтәлекле ролдәре: «Место встречи изменить нельзя», «Маленькие трагедии», «Интервенция», «Хозяин тайги», «Вертикаль», «Служили два товарища», «Сказ про то, как царь Пётр арапа женил», «Короткие встречи», «Плохой хороший человек» фильмдарында.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%92%D1%8B%D1%81%D0%BE%D1%86%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D0%92%D0%BB%D0%B0%D0%B4%D0%B8%D0%BC%D0%B8%D1%80_%D0%A1%D0%B5%D0%BC%D1%91%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: