Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 09:34

Яңы рекорд

Республикала торлаҡ төҙөлөшөндә яңы рекорд ҡуйылған.

Яңы рекорд
Яңы рекорд

Иҡтисадтағы дөйөм хәлгә һәм санкция баҫымына ҡарамаҫтан, төҙөлөш тармағында ыңғай үҫеш йүнәлеше һаҡлап ҡалынған. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иткәндәр. 2022 йыл торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса иң яҡшыһы булған. Йыл йомғаҡтары буйынса 3 миллион 10 мең квадрат метр күрһәткесенә өлгәшеү күҙаллана.

2021 йылда республикала 2 миллион 906 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән булған. Ә былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса күрһәткес 3,5 процентҡа артырға тейеш. Был - рекорд.

Аныҡ һандар Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы коллегияһы ултырышында иғлан ителәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: