Бер аҙҙан аҡса һәм әйберҙәр артынан курьер килә. Пакетты тоттороп сығарғас ҡына әбей ҡыҙына шылтыратып, алданыуын, муттарҙың тоҙағына эләгеүен аңлай.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре курьерҙы эҙләй. Уның билдәләре: ҡарамаҡҡа 25-30 йәш, буйы яҡынса 170 см, ҡаҡса кәүҙәле. Капюшонһыҙ ҡара төҫтәге куртка, ҡара салбар, башлыҡ кейгән булған.
Әгәр һеҙ ошо билдәләргә тап килгән берәй кешене күргәнегеҙ булһа йәки уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, был турала полицияға хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Оло йәштәге яҡындарығыҙҙы муттар хаҡында иҫкәртегеҙ - теләһә кемдәргә аҡса бирмәһендәр!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.