- Халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, ярлылыҡты кәметеү һәм халыҡтың килемен арттырыу ил Президенты тарафынан 2020 йылда уҡ билдәләнгән стратегик маҡсаттарҙың береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. - Беҙҙең республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында (2022 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса) реаль аҡсалата килем буйынса - 7-се, йән башына уртаса аҡсалата килем кимәле буйынса 5-се урында тора. Шул уҡ ваҡытта 2030 йылға тиклем республикабыҙҙа, бөтә илдәге кеүек үк, килеме йәшәү минимумынан түбән булған халыҡ өлөшө 2 тапҡырға кәметелергә тейеш. Йәғни һүҙ килемде күтәреү тураһында.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһында йәшәү минимумынан кәмерәк килем алған халыҡ өлөшөн кәметеү төбәк программаһына үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарар проекты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан 2024 йылға тиклем һәм 2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттарына ирешеү буйынса берҙәм планға ярашлы, шулай уҡ 2036 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау параметрҙарын иҫәпкә алып, әҙерләгән.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.