-1 °С
Ясна
Ҡырмыҫҡалы районында миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Н. Грачеваны тотҡандар. Түрәбикә мигранттарҙы фиктив теркәү буйынса ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Ханым район биләмәһендәге торлаҡтарҙа 39 сит ил кешеһен пропискаға ҡуйыу өсөн танышынан 110 мең һум күләмендә ришүәт алған. Енәйәт фактын ФСБ менән берлектә асыҡлағандар.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр чиновницаның ғәйебе раҫланһа, ул закон буйынса яуап бирәсәк.