Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 15:34

"Шайморатов папахаһы"н тегәләр

Стәрлебаш районының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың папахаһы кеүек баш кейемен тегеүгә тотонған.

"Шайморатов папахаһы"н тегәләр
"Шайморатов папахаһы"н тегәләр

«Үҙебеҙҙкеләргә тегәбеҙ» оҫтаханаһында эш гөрләй. Тегенсе-волонтерҙар хәрбиҙәр һорауы буйынса папахалар тегә башланы. Проект кураторы Эльвира Хәмиҙуллина "Башинформ" агентлығына әйтеүенсә, 21 ғинуарҙа өлгө тегеп ҡарағандар, уңышлы килеп сыҡөҡан, материалдарҙы ла тиҙ генә тапҡандар.

Хәҙер бер нисә баш кейеме әҙер ҙә инде. Хатта ике папаханы ялға ҡайтыусы яугирҙарға тапшырғандар ҙа.

Фото: vk.com (Э. Хамидуллина)

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: