Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 16:45

Муттарға ун миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр

Өфөнән 61 йәшлек ҡатынға 30 декабрҙә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, муттар һеҙҙең исемгә төрлө банктарҙа кредиттар алалар бит, тип хәбәр иткән. Ҡатын ҡурҡып киткәс, ир уны тынысландырған, йәнәһе лә, мине тыңлаһағыҙ, бөтә яҡшы буласаҡ. "Һәйбәт банкир"ҙың әйткәндәрен үтәп, ҡатын 2-3 аҙна дауамында төрлө финанс учреждениеларында кредиттар алған, уларҙы өлөшләтә 18 иҫәпкә күсергән. Ҡатындан башҡа бер ни ҙә алып булмаҫын аңлағас ҡына, "банкир" шылтыратыуҙан туҡтаған. Кисә генә ҡатын үҙенең муттар тоҙағына ҡабыуын аңлап, полицияға йүгереп килгән. Зыян күләме биш миллион 400 мең һум...

Муттарға ун миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр
Муттарға ун миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр

71 йәшлек ирҙең башын "инвестиция компанияһынан брокер" бутаған. Имеш тә, осһоҙлата хаҡҡа акциялар һатып алып, уларҙы ҡыйбатҡа биржала һатырға мөмкин. Пенсионер ғүмер буйы йыйған аҡсаһын, 1 миллион 200 мең һумды, "брокер" күрһәткән иҫәпкә күсергән. Аҡса күсеү менән пенсионерҙы ҡара исемлеккә тыҡҡандар.

Тәүлек эсендә муттар 25 кешене алдаған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: