Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 09:19

Мэр яугирҙар менән осрашты

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев СВО биләмәһенән ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы ҡабул итте. "Улар тәҡдимдәрен еткерҙе, барыһын да тикшерәсәкбеҙ, фекер алышасаҡбыҙ", - тип белдерҙе мэр.

Мэр яугирҙар менән осрашты
Мэр яугирҙар менән осрашты

Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә яҙыуынса, алғы һыҙыҡта булған яугирҙарыбыҙға ярҙам итәбеҙ һәм итәсәкбеҙ. "Шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына ла ярҙам күрһәтәбеҙ. Улар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Егеттәргә уңыштар, өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!" - тип яҙған Өфө хакимиәте башлығы.
Фото: Ратмир Мавлиев (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: