Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 17:34

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башлаған

"Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй)" ойошмаһы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2023 йылда йылдам әҙерлек буйынса Корпоратив үҙәктәр булдырыу өсөн майҙансыҡтар билдәләү маҡсатында предприятиелар араһында һайлау конкурсын үткәрә.

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башлаған
Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башлаған

-  Конкурста ҡатнашырға ғаризалар WorldSkills платформаһында 2023 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителә. 2022 йылда "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты сиктәрендә Рәсәй предприятиеларында йылдам әҙерлек буйынса 15 корпоратив үҙәк асылған, шуларҙың 3-ө Башҡортостан Республикаһы предприятиелары базаһында эшләй, - тип һөйләй БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Һайлап алыу этаптарын үткәреү йомғаҡтары буйынса 30 предприятие һайлап алынасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/20007/

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: