- Граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты менән ҡәнәғәт булыуына йоғонто яһаусы төп фактор - уларҙың ышаныслылығы. Инженер селтәрҙәренең туҙыуы, үҙ сиратында, аварияларға сәбәпсе, шуға күрә федераль үҙәккә, субъекттарға коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса биш йыллыҡ программаларҙы раҫларға ҡушылды. Программаның бюджеты - 5 миллиард 887 миллион һум, шуның 4 миллиард 121 миллион һумы йәки 70 проценты - федераль ҡаҙнанан, - тип билдәләне Премьер-министр.
Күрһәтелгән аҡсаға 2023 - 2024 йылдарҙа 91 сараны тормошҡа ашырыу күҙаллана, уларҙың 90 проценттан ашыуы йылылыҡ линиялары, һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү объекттарына капиталь ремонт үткәреүҙән ғибәрәт.
Һөҙөмтәлә Республика программаһының тәҡдим ителгән проекты хупланды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһы сараларын ғәмәлгә ашырыу ваҡытын күҙәтеүгә өҙлөкһөҙ контроль ойошторорға ҡушты.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.