Уның уҡытыусы Айһылыу Хажипова һүҙҙәренсә, Фәнис һәр саҡ дәрестәргә әҙерләнеп йөрөгән. Малай уртаса уҡыһа ла, ул класта лидер булған.
«Магнит кеүек, кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырҙы. Был уның холҡона бәйлелер, ул ыңғай булды. Кәйеф һәр саҡ яҡшы ине. Уның күҙҙәре балҡып торҙо, йөҙөнән йылмайыу китмәне. Бәләкәйҙән үк Фәнис үҙ һүҙендә тора белде. Йыш ҡына миңә таҡтаны йыуырға, кабинетты елләтергә ярҙам итте», - тип иҫенә төшөрә Айһылыу Хәзипова.
Һуңғы тапҡыр уҡытыусы үҙ уҡыусыһын 2022 йылдың 28 сентябрендә, районда мобилизацияланғандарҙы оҙатҡан саҡта күргән. Фәнис хеҙмәткәрҙәре менән бергә булған, яңынан махсус хәрби операцияға юлланғанын әйткән.
«Фәнис, мине күргәс, ҡыуанды, ҡосаҡлап алды. "Мин мотлаҡ әйләнеп ҡайтырмын!" - тине ул миңә хушлашҡанда.
Фото: Т. Аманов