Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 17:30

«Биатлон» спорт комплексына “Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө”нә килегеҙ!

Унда Элвин Грей үҙе сығыш яһаясаҡ.

«Биатлон» спорт комплексына “Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө”нә килегеҙ!
«Биатлон» спорт комплексына “Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө”нә килегеҙ!

Биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә иң яҡшылар һәм лайыҡлылар көс һынашасаҡ «Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө» физкультура-спорт проекты менән Башҡортостан Республикаһының спорт йылы башланасаҡ!

 

Яратҡан йырҙарыбыҙҙы йырлаясаҡбыҙ, үҙебеҙҙекеләр өсөн көйәсәкбеҙ, яңы спорт төрҙәрендә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараясаҡбыҙ, һуңынан яңынан бергәләп йырлаясаҡбыҙ!

 

Рәсәй Олимпия комитетының күмәк спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, бөтә ил буйлап «Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө» үтә. Ә был проектты Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды хупланы.

 

Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана!

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: