Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 17:15

Ауырғазы районынан тағы өс предприятие "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проектында ҡатнаша

"Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проекты вәкилдәре Ауырғазы районында керамик сувенир продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар З.И. Нагаевтың, икмәк һәм макарон изделиелары етештереүсе "Талбазы икмәк комбинаты", кондитер изделиелары һәм ит ярымфабрикаттарын етештереүсе "Пищевик" предприятиеларында булды.

Ауырғазы районынан тағы өс предприятие "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проектында ҡатнаша
Ауырғазы районынан тағы өс предприятие "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проектында ҡатнаша

Предприятие белгестәре производство технологиялары һәм етештереү күләмдәре тураһында һөйләне, продукцияны һатыу пландары менән уртаҡлашты һәм "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проекты сиктәрендә үҫеш мөмкинлектәрен ҡараны.

- Проектта ҡатнашыусылар һаны даими арта. Бөгөн ул бер сауҙа маркаһы аҫтында төрлө тауарҙар етештереүсе 678 Башҡортостан етештереүсеһен берләштерә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: