Башҡортостан ил буйынса - 11-се урында. Исемлекте төҙөүселәр хәүефһеҙлек, туристик тармаҡтың үҫеше, ҡунаҡхана инфраструктураһы, шифахана-курорт йүнәлешен, төбәктең популярлығын иҫәпкә алған.
"Былтыр ғинуар-ноябрҙә беҙҙә 1,7 млн турист булған. Быйыл ике миллион кешене көтәбеҙ. Республикала социаль, ваҡиғалар туризмын, этнотуризмды үҫтерәбеҙ. Мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программаларын башланыҡ. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты буйынса өлкәндәр Башҡортостан буйлап әүҙем сәйәхәт итә. Юл буйы сервисын төҙөйбөҙ, ҡунаҡханаларыбыҙҙың кимәлен дә күтәрәһе, реклама эшләйһе бар", - тип яҙған Хәбиров.
Һәм республикабыҙҙың иң популяр унау йә бишәү исемлегенә инеү мөмкинлеге булыуын да билдәләгән.
Фото: vk.com (Радий Хабиров).