Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 19:15

"Сканерлаусы"ны ҡулға алғандар

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл алдынан оператив-эҙләү саралары барышында Өфөнөң Октябрь проспектындағы сауҙа комплексы туҡталҡаһында автомобиль салондарына күҙ һалып йөрөгән ике шикле иргә иғтибар итә. Тиҙҙән уларҙың береһе сигнализацияны сканерлап, «Митсубиси Лансер» автомобилен аса. Салонда өр-яңы телефон ятҡан була, бур табышын эләктереп, тайырға йыйынғанда ғына, енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре уны тота. 

"Сканерлаусы"ны ҡулға алғандар
"Сканерлаусы"ны ҡулға алғандар

Әллә нисә тапҡыр ултырып сыҡҡан 45 йәшлек ирҙең ошоға оҡшаш тағы ла ике енәйәткә ҡағылышы булыуы асыҡланған.

24 декабрҙә ул сауҙа-күңел асыу комплексы туҡталҡаһында «Хонда» машинаһынан алты кеҫә телефоны ятҡан сумканы урлай, ә 27 декабрҙә «Тойота»нан ноутбукты, кеҫә телефонын, аҙыҡ-түлек пакетын сәлдерә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Полиция хеҙмәткәрҙәре унан бер нисә мобиль телефонды һәм ике сканерлаусы яйланманы тартып алған.

Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү эштәре дауам итә.

Фото: БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: