Тоташтырыуҙы Дәүләт хеҙмәттәренең "Связанные аккаунты" бүлегендә тикшерергә мөмкин - унда тоташтырылған аккаунт сағылыш табасаҡ. Хәбәрҙәрҙе шунда һүндерергә лә мөмкин.
Ни өсөн был хәүефһеҙ?
- Социаль селтәргә йәки мессенджерға хәбәрҙәр Дәүләт хеҙмәттәренең рәсми берләшмәһенән килә. Был берләшмәнең дәүләт статусы Дәүләт хеҙмәттәре аша раҫланған һәм ул «Дәүләт ойошмаһы» билдәһенә эйә. Тимәк, алынған мәғлүмәт - дөрөҫ һәм тикшерелгән сығанаҡтан.
- Социаль селтәрҙән порталға күскәндә яңынан авторизация үтергә кәрәк, шуға күрә енәйәтселәр социаль селтәр йәки мессенджер аккаунты аша Дәүләт хеҙмәттәрендә һеҙҙең аккаунтҡа зыян килтерә алмай
- Дәүләт хеҙмәттәре аккаунтына аныҡ социаль селтәрҙең йәки мессенджерҙың бер генә аккаунтын тоташтырырға мөмкин. Икенсе аккаунт тоташтырырға йыйынһаң, ул автоматик рәүештә өҙөлә һәм профилдә күрһәтелгән почтаға ошо хаҡта хат килә.
Дәүләт хеҙмәттәре белдереүҙәрен "Бәйләнештә" селтәренә тоташтырыу: https://lk.gosuslugi.ru/settings/linked-accounts
"Бәйләнештә" селтәрен Дәүләт хеҙмәттәренә нисек тоташтырырға - түбәндәге фотола.
Сығанаҡ һәм фото: #Аңлатабыҙ_Башҡортостан