Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 17:30

Мутлашыусылар республикала йәшәүсе өс кешенең миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын урлаған

Өфөнән 62 йәшлек иргә "Мәскәүҙән хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре" шылтыратып, муттарҙың уның исеменә кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Ир "етди кешегә" ышанып, ҡушҡанды үтәгән. 900 мең һум кредит алып, аҡсаны үҙ ҡулы менән аферисҡа күсергәнен бик һуң аңлаған...

Мутлашыусылар республикала йәшәүсе өс кешенең миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын урлаған
Мутлашыусылар республикала йәшәүсе өс кешенең миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын урлаған

Октябрьский ҡалаһынан 81 йәшлек әбей ҙә шул уҡ схема буйынса алданып, муттарға 120 мең һум күсергән.

Стәрлетамаҡтан 22 йәшлек егеткә социаль селтәр аша танышы аҡса һорап яҙған, бер-ике көндән бурысты кире ҡайтарам, тип вәғәҙәләгән. Егет, аферист менән яҙышам, тип башына ла индермәй, күрһәтелгән иҫәпкә ете мең һум аҡсаһын күсергән. Бер аҙ һуңғараҡ танышының аккаунтын емергәндәрен белгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: