Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 08:55

Көн торошо

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ аяҙ һауа торошо һаҡланасаҡ. Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, аҙна башында ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй.

Көн торошо
Көн торошо

23 ғинуарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 8–13, таулы райондарҙа 3 градус һалҡын.

 

Шишәмбе, 24 ғинуарҙа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 14-9 градусҡаса төшәсәк, урыны менән 24–29, көндөҙ – 8–13, таулы райондарҙа 3 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: