Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 15:20

Өфөлә электр автомобилдәре өсөн зарядлау станциялары һаны 4 тапҡырға артасаҡ

Алдағы ике йылда Өфөлә электромобилдәрҙе зарядкалау өсөн станциялар һаны дүрт тапҡырға артасаҡ. Был хаҡта мэрияла хәбәр иттеләр.

Өфөлә электр автомобилдәре өсөн зарядлау станциялары һаны 4 тапҡырға артасаҡ
Өфөлә электр автомобилдәре өсөн зарядлау станциялары һаны 4 тапҡырға артасаҡ

Әлеге ваҡытта ҡалала бындай 8 заправка эшләй. Әммә Өфө федераль пилот проектында ҡатнаша. Шуға күрә 2024 йылда баш ҡалала зарядка өсөн 32 станция булдырыласаҡ.

 

«Әлеге ваҡытта Өфө биләмәһендә һигеҙ электр ҡойоу станцияһы эшләй. 2022 йылдың декабрь аҙағында Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин электр транспорты өсөн заряд инфраструктураһын булдырыу буйынса бойороҡҡа үҙгәрештәр индерҙе. Пилот проектында Рәсәйҙең 40 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ҡатнаша. Атап әйткәндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында 2023 йылда - электромобилдәр өсөн туғыҙ, ә 2024 йылда 15 зарядка станцияһы төҙөү күҙаллана. Яҡын арала кешеләр экологик яҡтан таҙа шәхси транспортҡа күсер тип ышанабыҙ. Шуға күрә бындай инфраструктураның үҫеш перспективаһын күрәбеҙ.

 

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: