Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 09:51

Өфө хакимиәте башлығы тәҡдим итә

Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев "ГИС ЖКХ" системаһында теркәлергә кәңәш бирә.

Өфө хакимиәте башлығы тәҡдим итә
Өфө хакимиәте башлығы тәҡдим итә

Был - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә үҙәкләштерелгән федераль мәғлүмәт системаһы. Уның маҡсаты - тармаҡта берҙәм портал булдырыу, уны асыҡ итеү.

"Системала квитанцияларҙы тикшерергә, коммуналь түләүҙәрҙе комиссияһыҙ түләргә, йорт буйынса эш пландарын белешергә, ялыу ебәрергә, йыйылыш үткәрергә мөмкин", - тип яҙған Мәүлиев социаль селтәрҙә.
ГИС ЖКХ дәүләт хеҙмәттәре порталында - http://dom.gosuslugi.ru

Шулай уҡ мобиль телефонға ҡушымтаһын ҡуйырға була.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: