Был турала беҙгә магазин хужабикәһе Фәниә Бикмөхәмәтова хәбәр итте. Ошо ауыл егете, уңған эшҡыуар, мебель эшләүсе Илназ Әсләмов кәштәгә аҙыҡ-түлектәрен һалып та ҡуйған.
“Хәҙер бик мохтаж булғандар (тормош булғас, төрлө хәлдәр булып китә) ошо кәштәнән әйбер ала ала, ә ярҙам ҡулы һуҙырға, хәйер һалырға теләүселәр, киреһенсә, кәштәне тулыландыра ала. Шулай уҡ, ситтә йәшәгәндәрҙең үҙ туғандарына, яҡындарына күстәнәстәр һалыуы ла мөмкин. Магазинға килгәндә улар үҙҙәренең исемдәре яҙылған, кемдән икәнлеген белеп, күстәнәстәрен алып ҡыуана. Ауылдаштарым, тип өҙөлөп торған Ильназға ҙур рәхмәт!” – тип яҙған “Бәйләнештә” Фәниә Рафаил ҡыҙы.
Донъяла йомарт йөрәкле, киң күңелле, башҡалар хәленә битараф булмаған кешеләр күберәк булһын! Илназ туғанға – афарин!
Фото: vk.com (Фания Бикмухаметова (vk.com))