Әлегә билдәле булыуынса, ир кеше баланың телефонын тартып алырға маташҡан. Ҡыҙыҡай йәрәхәтләнмәгән, әммә ныҡ ҡурҡҡан.
Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсенең шәхесен асыҡлаған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөнөң Калинин районы Максимовка биҫтәһендә тотолған ир быға тиклем дә хөкөм ителгән булған икән. Ул үҙ ғәйебен таныған.
- Әлеге ваҡытта фигурант һаҡ аҫтына алынған, - тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.
Әйткәндәй, шул уҡ көндө балалар майҙансығында тағы ике ҡыҙға ҡарата шундай уҡ хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәл ҡылынған. Ҡулға алынған ирҙең тарафынандыр, тип уйларға нигеҙ бар.
Һәр хәлдә был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылып, бер производствоға ҡушылған.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.