Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 14:08

Алименттан ҡасып йөрөй...

Башҡортостандың суд приставтары бәләкәй балаларына алимент түләүҙән ҡасып йөрөүсене эҙләй. Өс балаһын ҡарашмай был ир.

Алименттан ҡасып йөрөй...
Алименттан ҡасып йөрөй...

Туймазының суд приставтары алимент буйынса бурысы булған Р. Лотфуллинды эҙләй. Октябрьский ҡалаһынан булған был ир 2011, 2013, 2016 йылғы балаларына бурыслы. Уның ҡайҙа йәшәүен белмәйҙәр. Бәлки, Татарстанда ҡасып яталыр, тигән фараз бар. Автомобиль ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтеүе ихтимал.

БР буйынса ГУФССП-ның дежур бүлеге түбәндәге телефондарға хәбәр итеүҙе һорай: 8 (917) 796 48 43, 8 (347) 273-56-40.

Фото: ГУФССП России по РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: