Белгестәр фекеренсә, ҡыштың һуңғы айы үткән йылдарҙағынан әллә ни айырылмаясаҡ. Көндөҙ уртаса температура -6 градус булһа, төнөн һыуыҡлыҡ -12 градус кимәлендә булыр, моғайын. Тик шуныһы: күпкә алдан дөрөҫ фаразлау мөмкин түгел. Бәлки, 0 градус та булыр, бәлки, -26 ла.
Синоптиктар февралдең болотло буласағын фаразлай. Бынан тыш, сама менән 20 көн тирәһе ҡар яуыуы ихтимал. Ҡар яуһа, ярай, ямғыр яумаһын.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: Юлай Кәримов (архив).