Мәҫәлән, электр самокаттары, монотәгәрмәстәр, сигвейҙар сәғәтенә 25 саҡрымдан ашыу тиҙлеген арттыра алмаясаҡ. Шулай уҡ һәр ҡоролма гаджеттың ҡайҙа урынлашыуын билдәләргә мөмкинлек биргән датчик менән йыһазландырылырға тейеш.
Бынан тыш, электр самокаттары һәм башҡа ошоға оҡшаш транспорт сараларының йәйәүлеләр режимы (сәғәтенә 8 саҡрым) һәм фаралары булырға тейеш. Артҡа сиккәндә сәғәтенә 6 саҡрым тиҙлектә генә йөрөргә мөмкин, өҫтәүенә ҡоролма махсус тауыш сигналы сығарырға тейеш. Шулай уҡ электр хәрәкәт итеү саралары механик зыян күреү йәки янып китеү хәүефе булмаҫлыҡ итеп ҡоролорға тейеш.
Фото: Т. Аманов