Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 15:25

"Түрә һөнәрен алмаштыра" акцияһының сираттағы ҡатнашыусыһы подвалға төштө

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 10 йыл элек башлаған акция һаман дауам итә. Төрлө кимәлдәге чиновниктар үҙҙәрен бүтән һөнәрҙә һынап ҡарай.

"Түрә һөнәрен алмаштыра" акцияһының сираттағы ҡатнашыусыһы подвалға төштө
"Түрә һөнәрен алмаштыра" акцияһының сираттағы ҡатнашыусыһы подвалға төштө

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Түрә һөнәрен алмаштыра» акцияһының сираттағы этабында БР Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин ҡатнашты. Ул бер көнгә эш урынын алмаштырып, теплотехник булып, баш ҡаланың бер күп фатирлы йортондағы подвалға төштө һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе системаны, ҡорамалдарыҙы тикшерҙе, тип хәбәр итәләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Артур Дәүләтшин белдереүенсә, хеҙмәт эшмәкәрлеген эшсе һөнәренән башлау - бик мөһим. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында практикаһыҙ, башланғыс белемһеҙ эшләүе ауыр, ти ул.

БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әлеге акцияның актуаллеген раҫлай.

- "Түрә һөнәрен алмаштыра" акцияһын 10 йыл элек башлап ебәргәйнек. Беҙҙә, илдә лә, эшсе һөнәре белгестәренә ҡытлыҡ бар. Ошо акция менән эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәрергә, эш шарттарының замансалаштырылыуына иғтибар йүнәлтергә теләнек, - ти министр.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: