Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 21:39

"Студент десанты" Бөтә Рәсәй акцияһы

Бер нисә йыл рәттән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Рәсәй студенттары көнө алдынан студенттарға полиция хеҙмәткәрҙәренең эше менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирә. Быйыл акция сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы студенттары ҡунаҡҡа килгән.

"Студент десанты" Бөтә Рәсәй акцияһы
"Студент десанты" Бөтә Рәсәй акцияһы

Полиция бүлегендә студенттарҙы иң тәүҙә Белорет полицияһы музейы етәксеһе Александр Борисков ҡаршы алған. Ул бүлек тарихы, ғаилә династиялары, Эске эштәр министрлығы ветерандары, уҙған йылдарҙағы ҡыҙыҡлы енәйәттәр тураһында һөйләгән.

Полиция бүлеге менән танышыу акттар залында дауам иткән. Бөгөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә килгән студенттар хоҡуҡ һаҡлау йүнәлеше буйынса белем ала. Уларҙың ҡайһы берҙәре уҡып бөткәндән һуң полицияға эшкә инергә ниәтләй.

Өфөлә иһә уҡыусылар менән студенттар участковыйҙың эше менән яҡындан танышҡан. Полиция майоры Әмир Әхмәров менән бергә административ участок буйлап йөрөгән.

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында ла "студент десанты" акцияһына ҡушылған. 

Ошо көндәрҙә уҡыу йортона "Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы"ның махсус тәғәйенләнештәге отряды хеҙмәткәрҙәре килгән. Спецназ офицерҙары уҡыусылар өсөн ысын спорт байрамы ойошторған. Профилактик әңгәмә лә студенттарға бик ныҡ оҡшаған.

Акция сиктәрендә Өфө студенттары, уҡыусылары Дәүләт автоинспекторҙарының да эше менән яҡындан танышҡан.

Октябрьский ҡалаһында сараны онлайн әңгәмә формаһында үткәргәндәр. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

 

 

"Студент десанты" Бөтә Рәсәй акцияһы
"Студент десанты" Бөтә Рәсәй акцияһы
"Студент десанты" Бөтә Рәсәй акцияһы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: